Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Хәйбулла районында булды. Ул урман янғындарына бәйле хәл менән яҡындан танышты. Кешеләрҙең төрлөһө бар, төрлө райондарҙан килгәндәр, уларҙы ут менән көрәш берләштерҙе. Күпселек янғындар таралыуға юл ҡуйылмаған. Республика штабы ултырышын үткәрҙек, урман янғындары булған райондарға башҡа ресурстар, техника һәм кешеләр йәлеп итербеҙ, тине Радий Хәбиров. Халыҡ менән осрашыу барышында мобиль элемтәнең насар булыуы тураһында белдерелде. Хәйбулла районында 57 ауылдың 17-еһендә тотороҡло мобиль элемтә юҡ. Республика етәксеһе ирекмәндәрҙең техника, аҙыҡ-түлек, һыу менән нисек тәьмин ителеүе тураһында ҡыҙыҡһынды. Был йәһәттән ҡатмарлыҡтар юҡ, барыһы ла хәл ителгән, тине урында йәшәүселәр.






