Зәки Вәлиди урамы киҫелеше менән Дуҫлыҡ монументы араһындағы участкала археологтар тикшереү ойошторҙо. Ҡаҙыу эштәре барышында ирекмәндәр урта быуаттарҙа ҡулланылған әйберҙәр тапты.
«Өфө ҡаласығы» эргәһендәге майҙанда белгестәр биҙәүестәр, керамик һауыт-һаба ярсыҡтары һәм көндәлек кәрәк-яраҡтар күп булыуы асыҡланды. Тарих ҡомартҡылар тикшереү үткәс, һаҡлауға Башҡортостан милли музейына оҙатылысаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Баш ҡалала мегаполистарға хас тормош ҡайнап торһа ла, археологтар бында боронғо Өфө ҡаласығы тарихы менән бәйле яңынан-яңы артефакттар таба. Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алыусылар киң майҙанды ҡаҙып тарих өсөн мөһим мәғлүмәт туплаған әйберҙәргә юлыҡты.
Ғалимдар Өфө ҡаласығы сауҙа, хәрби һәм һөнәрселек үҙәге булыуы тураһында һөйләй. Был үҙәк тирәләй ябай граждандарҙың йорттары урынлашҡан булған. Хәүеф янағанда йәки хәрби хәрәкәттәр ваҡытында улар ҡаласыҡтың төп нығытмаһына инеп ҡасҡан.
Ҡаҙыу эштәре 500 квадрат метрға тиклем һуҙыласаҡ тип күҙаллана. Табылған артефекттарҙың теүәл макеты шунда уҡ ҡағыҙ битендә һүрәтләнә. Тикшереү тамамланғас һүрәттәр электрон форматҡа күсереләсәк. Фәнни мәғлүмәт менән тарих менән ҡыҙыҡһыныусы һәр кем таныша ала.
Урта быуат дәүеренә ҡараған әйберҙәрҙән махсус экспозиция ойошторолосаҡ тип көтөлә. Тарихи мираҫ объекттарын эҙләү август аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Ер аҫтынан ҡаҙып алынған тарихи ҡомартҡылар тиҙҙән халыҡ өсөн асыҡ буласаҡ. Баш ҡаланың 450 йыллығына ойошторолосаҡ боронғо Өфө археология паркында яңы табылған әйберҙәр үҙ урынын алып торасаҡ тигән ышаныс тыуа. Тарихи артефакттар Өфөнөң бай тарихлы тормошо рәсми юбилейҙан күпкә иртәрәк башланғаны тураһында һөйләй.
Флорида Ким




