Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә, әлеге ваҡытҡа иң күп ут сығанаҡтары Бөрйән районында теркәлгән. Унда 10 урында урман яна. Шулай уҡ Хәйбулла, Йылайыр, Белорет, Дыуан, Ейәнсура райондарында ла урман янғыны менән көрәш дауам итә. Янғын һүндереүселәргә ирекмәндәр ҙә ярҙамлаша. Хәйбуллала, мәҫәлән, беҙҙең хәбәрселәр ҙә бар. Урындан Айбулат Сәсәнбаев репортажы.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә, үткән тәүлектә яңы ут сығанаҡтары теркәлмәгән. Райондарҙа 1 мең 200 янғын һүндереүсе эшләй. 300 берәмеккә яҡын техника йәлеп ителгән.




