Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы Радий Хәбировтан янғын һүндереү машинаһы һораны

Республика Башлығы тәбиғәт ҡазаһына бәйле хәл менән яҡындан танышыу өсөн Урал аръяғына юлланды. Хәйбуллала уттан зыян күргән биләмәләрҙе вертолеттан ҡарағандан һуң ауыл халҡы һәм ут һүндереүҙә ҡатнашҡан ирекмәндәр менән аралашты. Радий Хәбиров техника менән ярҙам буласаҡ тине, шулай уҡ халыҡ һорауы буйынса фельдшер-акушер пункты һәм мобиль бәйләнеш мәсьәләһен хәл итергә вәғәҙәләне.

Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы Радий Хәбировтан янғын һүндереү машинаһы һораны

Янғындарҙы һүндереүҙә"Росгвардия"ның пилотһыҙ осоусы аппараттары ла ҡулланыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, һуңғы тәүлектә 8 ут сығанағы һүндерелгән.

Фото №1 - Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы Радий Хәбировтан янғын һүндереү машинаһы һораны
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ