Өфө көрәш буйынса донъя беренселегенә ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә. Бөгөн баш ҡалала тәүге делегацияларҙы ҡаршылайҙар. Үҫмерҙәр араһында чемпионатта 54 дәүләттән 1 мең 500 спортсы ҡатнаша. Турнир ике этапта уҙғарыла. Тәүҙә Олимпия уйындарына инмәгән төрҙәр буйынса ярыштар уҙа. 17 августан ирекле һәм грек-рим көрәше буйынса беренселек үтә.




