Октябрь айында Өфөнөң көньяғында Ағиҙел йылғаһы аша күпер файҙаланыуға тапшырыла. Был турала “Уралмостострой” йәмғиәте директорҙар советы рәйесе Павел Рабухин белдерҙе.
Өфөлә автомобилдәр көндән-көн арта. Күперҙәр һәм юл үткәргестәр төҙөлөшө дәүләттән комплекслы ҡараш талап итә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
Баш ҡалала транспорт ағымын көйләү маҡсатында, Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә Ағиҙел аша тағы ла бер күпер проектлана. Ул Ырымбур трассаһындағы көсөргәнешлекте кәметеү мөмкинлеген бирә, ти эксперттар.






