18 быуатта тәбиғи сәсәк инфекцияһынан 350 миллион кешенең ғүмере өҙөлә. Вакциналау һөҙөмтәһендә, сирҙе тулыһынса еңеүгә өлгәшәләр. 1918 йылда булған грипп эпидемияһында 50 миллион кеше үлә. “Бөгөн - коронавирус пандемияһы осоронда ла прививка яһатыу мөһим, - ти танылған хирург, медицина фәндәре докторы Вил Тимербулатов. Табип халыҡты прививка яһарға саҡыра. Ул үҙе быйыл ғинуарҙа вакцина эшләткән.
Республикала 180-дән ашыу урында, шул иҫәптән мобиль нөктәләрҙә коронавирустан вакцина яһатырға мөмкин. Пункттар исемлеге һәм адресы менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға була. КОВИД-ҡа ҡаршы үҙәк телефоны: 218-19-19, Өфөнөң коды: 347.




