Ейәнсура районына урман янғындарын һүндереү өсөн Стәрлетамаҡтан ауыр техника килде. 3 бульдозер Биштирәк ауылы янындағы утты һүндереүселәргә ярҙам итә. Республика башлығы Радий Хәбиров урман янғындары булған райондарға өҫтәмә ярҙам буласаҡ тип белдерҙе. Район хакимиәттәренә сығымдарҙы иҫәпләргә ҡушылған, улар компенсациялана.




