Республикала 20-нән ашыу урында ут менән көрәшәләр. Иң күп янғын сығанаҡтары Бөрйән районында теркәлгән. Хәйбулла, Йылайыр, Белорет, Дыуан, Ейәнсура райондарында ла ут ҙур майҙандарҙы ялмаған. Янғын һүндереүселәргә урындағы халыҡ, ирекмәндәр ҙә ярҙамлаша. Хәйбуллала беҙҙең хәбәрселәр ҙә бар. Урындан Азамат Нуриев яҙмаһы.
Райондарҙа 1 мең 200 янғын һүндереүсе эшләй. 300 берәмеккә яҡын техника йәлеп ителгән.




