Халыҡ үткәне менән ҡыҙыҡһына. Һуңғы йылдарҙа республикала шәжәрә төҙөүселәр артҡан. Был турала беҙҙең радиоға биргән интервьюһында Башҡортостан Милли архивы етәксеһе урынбаҫары Нияз Сәлимов белдерҙе.
1919 йылдың 11 августында Өфөлә губерна архивы булдырыла. Был көн республика архив хеҙмәтенә нигеҙ һалынған көн булып иҫәпләнә.






