Башҡортостан хужалыҡтары 1 миллион 300 мең тоннаға яҡын иген уңышы алған. Бөгөнгә 904 мең гектарҙа иген сабылған, 878 мең гектарҙа һуғылған. Был пландың 53 проценты. Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса аномаль эҫелек, уңыштың аҙ булыуы шартарында эшләргә тура килә. Күп райондарҙа ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелде. Хужалыҡтарҙы яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ, тип яҙа Радий Хәбиров.






