Бөгөндән республикала урман янғындарын һүндереүгә сәнәғәт предприятиелары ла ҡушылды

Улар урмандарҙы һөрә һәм минералләштерелгән һыҙаттар булдыра башланы. Ҡеүәтле техникаларҙы йәлеп итеү тураһындағы ҡарар Радий Хәбировтың Хәйбулла районына эш сәфәре барышында ҡабул ителде. Ул урман янғындарына бәйле хәл менән яҡындан танышты.

Төбәк етәксеһе тәүҙә һауанан ҡаза күргән биләмәләрҙе ҡараны. Һуңынан янғын һүндереүҙә ҡатнашыусылар менән осрашты. Радий Хәбиров республиканың талап ителгән барлыҡ ярҙам сараларын да күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе.

Иң мөһиме, уттың ауылдарға етеүенә юл ҡуйылманы.

Республика етәксеһе махсус хеҙмәттәр менән бергә ирекмәндәрҙең дә тырышлығын юғары баһаланы.

Урындарҙа филиалдары булған берҙәм республика ирекмәндәр үҙәге булдырырға кәрәк. Ирекмәндәрҙе махсус кейем, янғынға ҡаршы инвентарь, медицина оҙатыуы менән тәьмин итергә тейешбеҙ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров
Фото №1 - Бөгөндән республикала урман янғындарын һүндереүгә сәнәғәт предприятиелары ла ҡушылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ