Бөгөн Хәйбулла районында өс ҙур янғындың таралыуы туҡтатылған

Әле бөтә көстәр Аҡъюл ауыл биләмәһенә йүнәлтелгән. Башҡортостандың өс район сигендә урынлашҡан Шайтантау битләүендә сыҡҡан утҡа ҡаршы көрәшкә ҡеүәтле техниклар менән бергә һауа транспорты ла йәлеп ителгән. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Һауа судноһының бөгөн сираттағы күтәрелеүе. Янғын баҫып алған биләмәне ҡош осор бейеклектән был юлы республиканың көньяҡ төбәгенә ҡараған муниципаль район хакимиәте етәкселәре ҡараны. Урман янғыны тап Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура районындары сигендә бөгөн дә дауам итә.

Уралтауҙарының Шайтантау һыртында дауамлы янғындарға ҡоро ҡояшлы көндәрҙән бигерәк, елдең үҙгәреүсән, урыны менән көслө иҫеүе сәбәпсе. Бөгөн көндөҙгө сәғәттәрҙә белгестәр елдең тиҙлеге секундына 11 метрға етеүен билдәләне. Янғын барған биләмә менән һауанан күҙәткәндән һуң, район етәкселәре штабҡа йыйылып, артабанғы эштәрҙе барланы.

Бөгөн төп иғтибарҙы Хәйбулла районының Урыҫбай ауылына йүнәлтеү бурысы ҡуйылды. Урындағы халыҡҡа хәүеф янамай, урман янғыны белгестәр контролдә ҡала.

Һуңғы алынған рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, янғындан Хәйбулла районында бөгөн яҡынса мең ярымғаса гектар урман майҙаны зыян күргән. Әле ҡыҙыл әтәстең ике биләмәлә ҡотортоуы мәғлүм.

Әйткәндәй, Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Хәйбулла районына эш сәфәренән һуң, бөгөн республиканың эре сәнәғәт предприятиеларынан ярҙамға ҡеүәтле техникалар ебәрелә башланы.

Ут телдәрен ауыҙлыҡлау эштәре урман хужалығы, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр менән берлектә алып барыла. Социаль селтәрҙәрҙәге иғлан, саҡырыуҙар аша ярҙамға килеүселәр ҙә юҡ түгел. «Йәш гвардия» хәрәкәте ағзалары мәҫәлән, Ейәнсура районына спутник рациялар һәм һауа өрҙөргөс ҡорамалдарын тапшырҙы.

Һуңғы алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, бер тәүлек эсендә республикала тағы ла 6 тәбиғәт янғыны теркәлгән. Белорет, Учалы, Баймаҡ, Йылайыр һәм Дыуан райондарында яҡынса ут ялмап алған майҙан күләме 39 гектарҙы тәшкил итә.

Фото №1 - Бөгөн Хәйбулла районында өс ҙур янғындың таралыуы туҡтатылған

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ