Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған шаршамбы ямғыр ваҡытында ел күтәрелеп район үҙәгендә торлаҡ йорттарҙың, кибет һәм башҡа объекттарҙың ҡыйыҡтары емерелеп төштө. Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн Саҡмағошта оператив штаб ойошторолдо.
Ҡотҡарыусылар төҙөкләндереү эштәрен мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамларға ниәтләй. Махсус штаб алдында ғәрәсәт эҙемтәләрен 15 августҡа тиклем бөтөрөү маҡсаты ҡуйылған. Шуға ла зыян күргән һәр объектта идара итеүсе компания эшселәре тырыша.
Флорида Ким




