Социаль селтәрҙәге яҙмаһында Радий Хәбиров ураҡ барышына байҡау яһаған. Селлә һәм ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан игенселәр миллион 300 мең тонна иген йыйған. Республикала ураҡтың ҡыҙған мәле. Бөгөнгә 904 мең гектарҙа ужым һәм яҙғы культуралар сабылған.
878 гектарында урып-һуғылған. Был дөйөм күләмдең 53 проценты. Алдынғылар сафында Ауырғазы, Саҡмағош һәм Ҡырмыҫҡалы райондары. Гектар ҡеүәте буйынса ла Ауырғазыларға етеүселәр юҡ. Улар гектарынан уртаса 25 центнерҙан ашыу уңыш ала. Ураҡ дауам итә.
Шул уҡ ваҡытта һауа торошона бәйле 41 муниципаль берәмектә ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелгән. Был режим райондарға айырым иғтибар талап итә. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа ауыл эшсәндәрен яңғыҙ ҡалдырмаҫбыҙ, тигән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге яҙмаһында.




