Һатып алыусыларға тәҡдим ителгән йәшелсә-емештең хаҡы һәм сифаты айырыламы? Халыҡ контролерҙарынан тупланған эш төркөмө бөгөн Өфөнөң федераль һәм республика сауҙа селтәрҙәре, йәрминкәләр буйлап рейд ойошторҙо. «Халыҡ контроле» проекты Башҡортостанда бер нисә йыл буйы уңышлы эшләп килә, ә махсус эш төркөмө июлдә генә ойошторолған. Был илдә йәшелсә-емешкә хаҡ күтәрелеүе менән бәйле. Мониторингтың һөҙөмтәһе бармы, хаҡтар төшкәнме? Рейдтан БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Тотош Рәсәйгә билдәле федераль сауҙа селтәрҙәренең береһе. Хаҡтар ҙа сағыштырмаса юғары түгел. Әммә кәштәләрҙе республика етештереүселәренең продукцияһы юҡ тиерлек, бар йәшелсә ситтән килтерелгән. Сифаты ла бик түбән. Халыҡ контролерҙары шунда уҡ бер кәрзин серегән һәм боҙолған продукция йыйып алды.
Был магазин иһә Башҡортостан сауҙа селтәренә ҡарай. Хужалар әйтеүенсә, ситтән килтерелгән йәшелсә лә, урындағы хужалыҡтарҙыҡы ла бар. Бер ай элекке осор менән сағыштырғанда хаҡтар арзаныраҡ. Һатып алыусыларҙы йәлеп итеү өсөн даими рәүештә акциялар ҙа ойошторола.
Өфө районы «Алекссевка» хужалығының да башҡалала үҙ магазиндары бар. Бында ла халыҡҡа үҙебеҙҙең ерлектә үҫтерелгән продукция тәҡдим ителә. Хаҡтар ҙа артыҡ айырылмай. Тикшереүселәр әйтеүенсә, аҙыҡ-түлекте һаҡлау меннә бәйле етешһеҙлектәр бар, санитар нормалар тупаҫ рәүештә боҙола.
Магазиндарҙан айырмалы йәрминкәлә сауҙа итеү, һатып алыу өсөн шарттар бигүк уңайлы түгел. Уның ҡарауы тәҡдим ителгән продукция юғары сифаты һәм түбән хаҡы менән айырлып тора. Күптәр үҙ баҡсаһында үҫтергән йәшелсә-емеш тәҡдим итә. Хаҡлы ялдағылар байтаҡ, улар өсөн урындар бушлай.
Июль башы менән сағыштырғанда йәрминкәлә лә хаҡтар төшкән. Һатыусылар әйтеүенсә, был бер яҡтан уңыш миҙгеле, икенсенән контроль көсәйтелеү менән бәйле.
Проект етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина фекеренсә, хаҡтарҙы көйләүҙән тыш урындағы етештереүселәргә сауҙа итеү өсөн шарттар тыуҙырыу мотлаҡ. Был тәңгәлдә йәрминкә майҙандарында уңайлыҡтар булдырыу мөһим.
Рейд күрһәтеүенсә, бер ай элек борщ наборы яҡынса 200-250 һумға барып баҫһа, әле был сумма кәмегән. Федераль селтәрҙәрҙә кәрәкле йәшелсәне 196 һум 60 тингә, республика сауҙа үҙәктәренә 191 һум 50 тингә, ауыл хужалығы предприятиеһының фирма магазинында 198 һум 90 тингә алырға мөмкин. Иң арзан хаҡ та, юғарыһы ла йәрминкәләр ҙә, сөнки бында һатыулашырға, уртаҡ тел табырға мөмкин. Уның ҡарауы экологик яҡтан таҙа, сифатлы продукция алырға була.
Рәмзиә Кәримова






