Руханиҙарға заманса компетенциялар

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем аласаҡ. Республика мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин, Салауат һәм Күмертау ҡалалары Епископы, Салауат епархия архиерейы Николай бөгөн ҡабул итеү комиссияһына рәсми документтарын тапшырҙы.

Заманса компетенциялар өлкәһендә белем алырға теләк белдергән дини конфессиялар етәкселәре менән беҙҙең ижади төркәм дә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостандың юғары даирәләге дин әһелдәре заман талабына яуап биргән компетенцияларға эйә булыу өсөн өҫтәмә юғары белем аласаҡ. Улар был юлды хәҙерге һанлаштырыу дәүерендә кәрәкле һөнәрҙәргә эйә булыу маҡсатында һайлаған. Уҡыу программаһы үҙенсәлекле.

Уға ярашлы халыҡ-ара һәм милли ҡаануниәт талаптарына ярашлы дини ойошмаларҙың эшен көйләү һәм ойоштороу өлкәһендә юғары белемле юриспруденция магистрҙары әҙерләнәсәк. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин кеше ғүмере буйы белмен камиллаштырыуҙан туҡтамаҫҡа тейеш, тигән фекерҙә.

Рәсәйҙә Дини ойошмаларҙы һәм традицион конфессияларҙы яҡлау һәм һаҡлау Ил Президенты Владимир Путиндың Милли хәүефһеҙлек стратегияһы хаҡында указы сиктәрендә башҡарыла. Башҡортостан руханиҙары ла был стратегияға ярашлы традицион рухи-әхләҡи ҡиммәттәрҙе һаҡларға булышлыҡ итергә, йәмғиәттә төрлө милләт вәкилдәренә үҙ-ара килешеп татыу йәшәүен тәьмин итергә, конфессия аша диалог булдырырға, экстремизмға ҡаршы көрәшкә ҡаршы тора алырға тейеш.

Был етди бурыстарҙы дәүләт ҡоролошон, ҡанундарҙы, тарихты, мәҙәниәтте төплө белгән, глобалләшеү һәм һанлаштырыу дәүерендә аралашыу сифаттарын үҫтерә алған дин әһелдәре генә атҡарып сыға аласаҡ.

Бөгөн беҙгә уҡырҙа килгән дин әһелдәренең ҡарарын хөрмәт итәбеҙ, улар ҙа беҙҙең студенттар менән бергә белем алыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Әлеге ҡатмарлы осорҙа төрлө компетенцияларҙа белем алыу көн талабы. Беҙҙә алҡан белемдәр уларға дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә булышлыҡ итер. Беҙҙең рухи лидерҙарҙың белемгә ынтылыуы дини диарәләге башҡа коллегаларына ла яҡшы өлгө булып тора.

Данияр Абдрахманов, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры, философия фәндәре кандидаты

«Дини ойошмаларҙа заманса идара итеү системалары» тигән темаға ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе күтәрелде. Республиканың милли һәм дини ойошмаларына һөнәри стандарттарға ярашлы белгестәр әҙерләүҙә яңы программа тәҡдим итеү юлдары ҡаралды.

Фото №1 - Руханиҙарға заманса компетенциялар

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ