Учреждение «Мәғариф» милли проекты буйынса матди-техник базаны нығыта, бала тәрбиәләгән ғаиләләргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә.
«Йылмайыу» балалар баҡсаһының 14 төркөмөнә 327 бала йөрөй. Уларҙың ике төркөмө һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән. Кескәйҙәргә һәм ата-әсәләргә психологик, педагогик ярҙам күрһәтеү өсөн ойошмала Балалар үҫтереү үҙәге эшләп килә. Унда тәжрибәле социаль педагог, дефектолог, логопед һәм психологтар консультация ойоштора, дәрестәр үткәрә.
Балалар баҡсаһы дүртенсе йыл рәттән «Мәғариф» милли проекты буйынса грант ота. Йыл һайын сумма төрлөсә. Финанслауҙа федераль бюджет ҡына түгел, республика һәм муниципаль ҡаҙнанан аҡса йүнәлтелә. Был ваҡыт эсендә белгестәрҙең кабинеттары заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыла.
Консультацияларға «Йылмайыу» балалар баҡсаһына йөрөгөн кескәйҙәрҙең ғаиләләр генә түгел, ҡаланың башҡа ата-әсәләре лә йөрөй ала.
Әлфинә Киледейәрова




