«Тамыр» телеканалында «Ҡош Юлы. Балалар» башҡорт бард йыры яңы телевизион конкурсы башлана

Башҡортостанда бард йыры балалар телевизион конкурсы башлана.

«Ҡош юлы» йәштәр хәрәкәте һәм «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы «Ҡош Юлы. Балалар» башҡорт бард йыры яңы телевизион конкурсы өҫтөндә эшләй.

Ете остаз һәм 16 үҫмер бард алышына әҙерләнә башлаған да инде. Ошо көндәрҙә проекттың тәүге сығарылыштары төшөрөлдө. Артур Кәбиров, Миңзәлә Яхина, Тимур Ямалов, Альбина Шәмсетдинова, Ришат Сөләймәнов, Ринат Абдулов һәм Тимур Йосопов социаль селтәрҙә һайлап алыу турын үткән балаларҙан үҙ командаһын төҙөнө. Проектты музыкант Илшат Абдуллин алып бара, «Тамыр» һәм «Ҡош юлы» командалары тығыҙ бәйләнештә эшләй.

Проект Башҡортостан юлдаш телеканалында 2 мартта – «Тамыр»ҙың тыуған көнөндә старт ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ҡош Юлы. Балалар» конкурсының беренсе этабы уҙған йылдың 1 ноябрендә башланып, 15 ғинуарҙа тамамланды. 1 февралдән бәйгенең икенсе этабы старт алды. Ул 10 майға тиклем дауам итәсәк. Бәйгенең Гала-концертында һайлауҙан үткән ҡатнашыусылар ғына сығыш яһаясаҡ.