Республикала урман янғындары менән көрәш дауам итә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы вәкиле Алик Шәрәфетдинов был сәғәткә ошондай мәғлүмәттәр еткерҙе.
Бөгөндән урман янғындарын һүндереүгә Башҡортостандың сәнәғәт предприятиелары ебәргән техника йәлеп ителә. Улар ут таралыуын туҡтатыу өсөн минераль һыҙаттарҙы киңәйтә. Көстәр һәм техник саралар янғын ҡамауға алынған урындарҙа ла ҡулланыла. “Юлдаш” радиоһы урман янғындарына бәйле хәлде күҙәтеп бара.




