Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары урманға ут төрткән өсөн яуаплылыҡты көсәйтергә кәрәк тигән фекерҙә. Әле янғынға ҡаршы көрәш тураһында ҡануниәткә төҙәтмәләр әҙерләнә. Парламент депутаты Әлфис Ғаязов фекеренсә, урманда сыҡҡан янғындарҙың бер өлөшө кешеләр намыҫында. Ғәйеплеләрҙе яуапҡа тарттырыу өсөн закондар булырға тейеш, ти ул.
Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова белдереүенсә, урмандың хужаһы булырға тейеш. Һуңғы йылдарҙа урмансылар һаны кәмене. Был мәсьәләне лә хәл итеү мөһим, тигән фекерҙә ул.
Парламент ирекмәндәрҙе дәртләндереү сараһын да ҡарарға ниәтләй. Был һорауҙар парламенттың көҙгө сессияһында ҡарала.






