Бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров "Сәләмәтлек сәғәте" кәңәшмәһе уҙғарҙы. Унда коронавирустан вакциналау, медицина ойошмаларын кадрҙар һәм юғары технологиялы ҡорамалдар менән тәьмин итеү темалары ҡаралды. Быйыл "Инцидент-менеджмент" системаһына халыҡтан сәләмәтле к темаһына 79 мең ярым мөрәжәғәт килгән. Июль айында халыҡты иң борсоған тема - вакциналау. Шулай уҡ табиптар эшмәкәрлеге, дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса һорауҙар күп булған. Республика башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, коронавирусты еңеүҙең берҙән бер юлы - вакциналау. Был кампания яҡшы ойошторолған урындарҙа ауырыусылар күпкә аҙ, тине Радий Хәбиров.




