Ковид ғүмерҙәрҙе ҡыя. Уҙған тәүлектә йәнә 9 кеше мәкерле сирҙең ҡорбандары исемлеген тулыландырҙы. Пандемия башланған көндән алып һәләк булыусылар һаны 875-кә етте. Стационарҙарҙа әле 714 пациент. Уларҙың алтмышы ауыр хәлдә. Тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында 8 кеше.
Һуңғы мәғлүмәттән күренеүенсә, вирус йоҡтороуҙың 271 яңы осрағы теркәлгән. Ковидҡа ҡаршы 1 миллион 188 мең 98 доза вакцина Башҡортостанға килтерлегән. Беренсе компонент 1 миллион 29 мең самаһы кешегә ҡаҙалған. Вакциналауҙы тулыһынса 811 мең 150 кеше үткән.




