Вакциналау – йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм эпидемияны туҡтатыуҙың иң ышаныслы ысулы

XVIII быуатта тәбиғи сәсәк инфекцияһынан 350 миллион кешенең ғүмере өҙөлә. Вакциналау һөҙөмтәһендә сирҙе тулыһынса еңеүгә өлгәшәләр. «Бөгөн – коронавирус пандемияһы осоронда ла прививка яһатыу мөһим», – ти Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы Салауат Өмөтбаев.

Республикала 180-дән ашыу урында, шул иҫәптән мобиль нөктәләрҙә коронавирустан вакцина яһатырға мөмкин. Пункттар исемлеге һәм адресы менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға була. КОВИД-ҡа ҡаршы үҙәк телефоны: 218-19-19, Өфөнөң коды: 347.

Фото №1 - Вакциналау – йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм эпидемияны туҡтатыуҙың иң ышаныслы ысулы

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ