Был турала Радий Хәбиров бөгөн «Сәләмәтлек сәғәте»ндә белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта күрһәткес түбән райондар ҙа бар. Бигерәк тә көньяҡ зонала һәм Белорет, Стәрлетамаҡ райондарныда прививка эшләтеүселәр һирәк.
Оператив кәңәшмәлә медицина учреждениеларны кадрҙар менән тәьмин итеү, юғары технологиялы ҡоролмалар менән йыһазландырыу, «Сәләмәтлек» поездарының эшмәкәрлеге хаҡында ла һүҙ барҙы.
Башҡортостан башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская әйтеүенсә, әле Ишембай районының Ғүмәр һәм Скворчиха ауылдарында төҙөлөп бөткән ике фельдшер-акушер пункты бюрократик кәртәләр арҡаһында файҙаланыуға тапшырыла алмай.
Радий Хәбиров яуаплы министрлыҡтарға мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Киләһе аҙнала муниципаль берәмектәр менән прививка компанияһы буйынса кәңәшмә уҙғарыу ҙа ҡаралған. Унда иң вакцинация буйынса уңышлы эш тәжрибәләре ҡараласаҡ.
Алда яңы уҡыу йылы. 1 сентябрҙә Башҡортостандың белем усаҡтары 500 мең уҡыусы һәм 18 мең педагогты ҡабул итәсәк. Республика башлығы мәғәриф системаһын эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып әҙерләү бурысын ҡуйҙы. Киләһе аҙнала был тема оперпатив штаб ултырышында ла ҡараласаҡ.
Рәмзиә Кәримова






