Сабыйҙың ауырлығы 2 килограмм 600 грамм, буйы 48 сантиметр. Башҡортостан табиптарының трансплантология өлкәһендәге сираттағы ҡаҙанышы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин ҡыҙыҡһынды.
Гүзәл Закирова әсә булыу бәхетенә һөйөнөп бөтә алмай. 8 август көндө уның күпәтн көткән беренсе сабыйы донъяға ауаз һала. Тормош иптәше менән бергә ҡыҙ балаға Диана исемен һайлаған. Фарсы теленән һаулыҡ һәм яҡшылыҡ өләшеүсе тип тәржемәләнә. Был аңлашыла. Гүзәл Закирова сабыйын табыр алдынан ауыр операция үткәргән.
Шуға ла Гүзәл Закирова баланы Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында табырға ҡарар итә. Әйткәндәй, әсә кешегә 2010 йылда бөйөр трансплантацияһы эшләнгән. Операция уҙғарыу сәбәпле ул даими дауаланырға тейеш булған. Терапия һөҙөмтәһендә, пациент һауыҡҡан. Табиптар уға яңы ғүмер бүләк итеүгә рөхсәт биргәс тә, ҡатын ауырға ҡалған.
Әсә кеше артабан да табиптар күҙәтеүендә ҡала. Айына бер тапҡыр белгестәргә күренеп, тикшерелеп торорға кәрәк. Ә инде ике-өс көндән ул сабыйы менән дауаханан да сығасаҡ.
Азат Ғәлиуллин




