Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары урманға ут төрткән өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү яҡлы

Янғынға ҡаршы көрәш тураһындағы ҡануниәткә әле төҙәтмәләр әҙерләнә. Парламент рәйесе Константин Толкачев ғәмәлдәге закондарға байҡау яһап, уларҙы камиллаштырыу өсөн тейешле үҙгәрештәр әҙерләргә ҡушҡан. Уның фекеренсә, урманда сыҡҡан янғындарҙың бер өлөшө күрәләтә үртәү менән бәйле.

Парламент спикеры шулай уҡ ирекмәндәрҙе дәртләндереү системаһын булдырыу яҡлы. Күңел ҡушыуы буйынса ярҙамға ашыҡҡан замандаштарыбыҙға дәүләт яғынан ярҙам күрһәтелергә тейеш, тип билдәләгән Константин Толкачев. Был мәсьәләләр парламенттың көҙгө сессияһында ҡаралырға тейеш.

Фото №1 - Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары урманға ут төрткән өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү яҡлы

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ