Республика етәкселеге, министрлыҡ-ведомстволар, район-ҡалалар хакимиәттәре вәкилдәре, мәғариф буйынса яуаплы чиновниктар һәм уҡытыусылар ҡатнашҡан конференция иртәгә «Торатау» конгресс- холында уҙа.
Быйыл уның темаһы – «Мәғлүмәт дәүерендә йәштәрҙе социаль мөхиттә тәрбиәләү». Кәңәшмәлә заманса, хәүефһеҙ мәғариф мөхитен булдырыуға иғтибар йүнәлтелә. Темалар айырым дискуссия майҙансыҡтарында тикшерелә.






