Ижад биләмәһе. Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш ауылында заманса китапхана ишектәре асыу алдында. «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән биләмәлә ремонт тамамланғас иркен залды яңы ҡоролмалар менән йыһазландырыу күҙаллана.
Китапханала интеллектуаль уйындар, оҫталыҡ дәрестәрен һәм әҙәби саралар ойоштороу көтөлә. Ҡулланыусыларға файҙаланыуға 5 меңдән ашыу яңы китап бүләк ителгән. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Тиҫтә йылдан ашыу Иҫке Ҡалмаш ауылы китапханаһында эшләгән Зөлфиә Сәбйәнова яңы китаптарҙы көтөп алынған бүләк тип ипле генә кәштәләргә урынлаштыра. Заманса китапхана асылыуын түҙемһеҙләнеп көткән хеҙмәткәр электрон ҡоролмалар менән ҡулланырға өйрәнеп тәүге ҡулланыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә.
Кескәйҙәр бында китап уҡып ҡына түгел интерактив уйындар уйнап, интеллектуаль конкурстарҙа ҡатнашып үҙҙәренең ижади һәләттәрен үҫтерә ала. Заманса ҡорамалдар ярҙамында оҫталыҡ дәрестәре һәм әҙәби түңәрәктәр ойоштороу мөмкин буласаҡ. Китап уҡырға килеүселәр өсөн интерактив таҡта, электрон исемлек, компьтерҙар бүлеге һәм башҡа уңайлыҡтар ҡаралған.
Иҫке Ҡалмаштағы китапханаға файҙаланыуға биш меңдән ашыу яңы китап тапшырылған. Китап кәштәләре уҡыу-уҡыутыу баҫмалары, әҙәбиәт, тарих, классика һәм нәфис китаптар менән тулыланды. Балаларҙың уҡыу программаһына ярашлы тарих музейы эшмәкәрлеге лә ойошторолдо.
Проект буйынса китапхана ремонтынан артып ҡалған миллион һумға ауыл мәҙәниәт йортоноң беренсе ҡаты төҙөкләндерелә. Икенсе ҡатта урынлашҡан китапхана Иҫке Ҡалмаш халҡынан тыш күрше ауылдарҙан балалар өсөн дә оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк тип килешенгән.
Флорида Ким




