Башҡортостандың көньяҡ төбәктәрендә 16 урында урман яна

2 мең гектарҙан ашыу майҙанды ут ялмап алған. Иң күп ут сығанаҡтары Бөрйән районында, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығынан.

Урман янғындары менән көрәшкә Башҡортостандың сәнәғәт предприятиелары бүлгән техника йәлеп ителә. Улар ярҙамында ут таралыуын иҫкәртеү өсөн минераль һыҙаттар киңәйтелә. Һауа торошо мөмкинлек биргән осраҡта, янғынға ҡаршы ут төртөү ысулы ҡуланыла. Көстәр һәм техник саралар янғын ҡамауға алынған урындарҙа ла ҡулланыла. Беҙҙең ижади төркөм ғәҙәттән тыш хәлде күҙәтеүен дауам итә. Ейәнсура районында урман янғындарына ҡаршы һөҙөмтәле алым ҡулланыла. Тәбиғәт ғәрәсәтенә көрәш алымдарына БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдийәрова шаһит булды.

Иртә таңдан бар көстәр Хәйбулла районының Ураҙбай ауылына йыйылды. Утҡа ҡаршы сираттағы көрәшеү көнөн башлау өсөн биләмәләр бүленә, техника һәм ирекмәндәр барлана. Яҡынса ике аҙна дауамында Йылайыр, Ейансура һәм Хәйбулла райондары сиген ялҡын ялмап алған. Әгәр быға тиклем урыны менән көслө һәм үҙгәреүсән ел ялҡын телдәрен һүндереүгә ҡыйынлыҡтар тыуҙырһа, бөгөн һауа торошо утты тиҙ таратмаҫҡа һәм уға яҡынынраҡ килергә мөмкинлек бирә.

Ҡоро үлән һәм селек ҡыуаҡтары һанаулы секундтар эсендә генә көлгә әйләнә. Көслө ел сыҡҡан осраҡта ут ҡойоно күтәрелә. Ҡот осҡос күренеш. Совет осоронда янғын һүндерергә ярҙам итеүселәргә аҡса түләй инеләр. Хәҙер килем, йәки «хайп» артынан түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса ирекмәндәр рәтенә баҫтым, ти Өфөнән Урал Хисаметдинов.

Ирекмәндәр рәтенә Хәйбулла районында үткән «Аҫылташ» форумын ойоштороусылар ҙа ҡушылған. Мәғариф майҙансығы тамамланғандан һуң әүҙем йәштәр арҡаларына ранец аҫып, кулға көрәк ала.

Ирекмәндәр янғынға ҡаршы ранецтарға һыуҙы эргәләге шишмәнән тултырып ала. Өҫкә менгәндәргә һыуҙы килетереүе ауырға төшә. Юлһыҙ ерҙән техниканың барыһы ла үтә алмай. Ут ялҡынын еңеү өсөн аныҡ аҡыл менән хәл итеү зарур. Янғын майҙансыҡтарын дөрөҫ баһалау һәм көстәр ҡайҙа талап ителгәнен пилотһыҙ осоу аппараттары аша билдәләйҙәр. Биләмәлә элемтә тотмауы - хәлде ҡатмарлаштыра, бар бәйләнеш рация аша ғына.

Янғын хәлен баһалау ғына түгел, көстәрҙе координациялау ҙа бик мөһим. Утты һүндереү эше нисек барғанын контролдә тотоу, ниндәй биләмәгә күпме техника, кеше талап иткәнен билдәләү кәрәк. Ваҡиғалар бында тиҙ үҫешә. Был осраҡта ел - ярҙамсы түгел, уның йүнәлеше һәм тиҙлегенән сығып һығымталар яһала. Мәҫәлән, Ейәнсура районынан килгән янғынды һүндереүҙә иң ҡулайлы ысул - утҡа ҡаршы ут ебәреп һүндереүҙә булды.

Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, республикалала 16 тәбиғәт янғыны ғәмәлдә. Барлығы 1209 гектар урман яна, уларҙың 440 гекатары Хәйбулла районында. Тәбиғи стихия менән корәшкә 115 техника, янғын һүндереүсе, ҡоткарыусы һәм ирекмәндәр йәлеп ителгән. Әлеге ваҡытта Бөрйән районында ла янғын осраҡтары теркәлә, ул белгестәр контролендә ҡала.

Фото №1 - Башҡортостандың көньяҡ төбәктәрендә 16 урында урман яна

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ