16 февралгә Башҡортостан өсөн һауа торошо

Иртәгә, 16 февралдә, республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал.

Ел төньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан, талғын. Һауа температураһының республикала төндә -13, -18, урыны менән -23, -28 градусҡа тиклем түбәнәйеүе, көндөҙ -4, -9, урыны менән -14, Өфөлә төндә -13, -15, ҡала ситендә -17, -19, көндөҙ -4, -6 градус һалҡын булыуы күҙаллана.

Алдағы ике көндә һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй.