Республикала урман янғындары менән көрәш дауам итә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә, 1 мең 200 гектарҙан ашыу майҙанда ут һүндерелгән. Әле 1 мең самаһы гектарҙа урман яна. Иң күп ут сығанаҡтары Бөрйән районында. Хәйбулла районында эшләгән ирекмәндәр араһында хәбәрсебеҙ Айбулат Сәсәнбаев та бар. Ул ял иткән арала репортаж әҙерләгән.
Республика волонтерҙар үҙәге ирекмәндәр йыйыуын дауам итә. Белешмә өсөн телефон: 8-996-402-18-08.




