Тәтешле районының Аҡбулат ауылында бөгөн “Ташлы шишмә” сығанағын таҙартыу ойошторола. Ул “Сәләмәт ауыл” проекты сиктәрендә үтә. Сараға урындағы халыҡ, ситтә йәшәгән яҡташтар саҡырылған. Аҡбулат ауыл биләмәһе башлығы Фәғил Ниғәмәтйәнов һөйләй.
Биләмәлә спорт менән дә әүҙем шөғөлләнәләр. Сәләмәт тормошҡа арналған саралар үтеп тора. 20 авгусҡа, мәҫәлән, велосипедта йөрөш планлаштырылған.
Аҡбулат ауыл биләмәһенә 3 ауыл ҡарай. Уларҙа 780 кеше йәшәй.






