Башҡортостан уҡытыусылары Өфөлә кәңәшләшә

Республика уҡытыусылары Өфөгә йыйылды. Бөгөн педагогтарҙың август кәңәшмәһе үтә. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре киләһе йылға бурыстар билдәләй, уңышлы эш алымдары менән уртаҡлаша. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты Рәсәйҙең иң яҡшы 200 техник мәктәбе исемлегенә индерелгән. Директор Илнур Сәлихов белдереүенсә, быйыл белем усағын 134 уҡыусы тамамлаған. Улар яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. Коллектив яңы уҡыу йылына ла ҙур өмөттәр бағлай. 

Башҡортостан уҡытыусылары Өфөлә кәңәшләшә

Яңы уҡыу йылында 1-се гимназия-интернатта 700-гә яҡын бала белем ала. Уларҙың 150-һе 11 класс уҡыусыһы.

Фото №1 - Башҡортостан уҡытыусылары Өфөлә  кәңәшләшә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ