Башҡортостанда 1 сентябрҙә бөтә мәктәптәр асыла

Республикала яңы уҡыу йылы ғәҙәти тәртиптә башланырға тейеш. Әммә төрлө хәлдәргә әҙер булырға кәрәк, тип белдерҙе бөгөн Радий Хәбиров. Республика Башлығы баш ҡалала үткән мәғариф буйынса август кәңәшмәһендә сығыш яһаны.

Башҡортостанда 1 сентябрҙә бөтә мәктәптәр асыла

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһендә белем биреүҙәге көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала. Күп белем усаҡтарын борсоған проблемаларҙың береһе – кадрҙар. Республика мәктәптәренә уҡытыусылар етешмәй. Беҙҙең мәктәпкә лә педагогтар кәрәк тип белдерҙе беҙҙең радиоға биргән интервьюһында Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылы мәктәбе директоры Данил Ҡотлобаев.

Башҡортостанда 1 сентябрҙә бөтә мәктәптәр асыла

Август кәңәшмәһе алдынан республика мәктәптәренә “Газель” автобустары тапшырылды. 41 мәктәп яңы транспортлы булды.

Фото №1 - Башҡортостанда 1 сентябрҙә бөтә  мәктәптәр асыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ