Башҡортостанда һәр малға 12,5 центнер аҙыҡ әҙерләнгән

Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү кампанияһы дауам итә. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, мал башына 12 центнер ярым мал аҙығы әҙерләнгән. Саҡмағош, Стәрлетамаҡ һәм Дүртөйлө райондары сенажды, Көйөргәҙе, Нуриман хужалыҡтары бесәнде етерлек  әҙерләгән. Ҡоролоҡҡа бәйле, үлән йоҡа булды, шуға аграрийҙар кукурузды силосҡа һалыуға ҙур өмөт бағлай, ти Бүздәк районының баш агрономы Фәних Дәүләтшин.

Башҡортостанда һәр малға 12,5 центнер аҙыҡ әҙерләнгән

Республикала урып-йыйыу эштәре лә дауам итә. Бөгөнгә планға ҡарата майҙандарҙың яртыһында ураҡ тамамланған. 1 миллион 269 мең тонна иген бураларға һалынған. 

Фото №1 - Башҡортостанда  һәр малға  12,5 центнер аҙыҡ әҙерләнгән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ