Радий Хәбиров Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашты

Бөгөн Республика  башлығы  Радий  Хәбиров  Олимпия  чемпионы  Аделина Заһиҙуллина, көмөш миҙал яулаусы Тимур Сафин, уларҙың тренерҙары Егор Попов һәм  Лира Грушина  менән осрашты.  Радий  Хәбиров  спортсыларҙы ҡаҙаныштары менән ҡотланы,  Өфөлә  фехтование  һарайы  төҙөләсәге тураһында  белдерҙе.

Радий Хәбиров Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашты

Республика башлығы  Олимпия  уйынсылары һәм уларҙың тренерҙарына  дәүләт наградалары  һәм сертификаттар  тапшырҙы.  Башҡортостанда  Олимпия чемпионына 2 миллион һум бирелә,  тренер  1 миллион  һум ала.  Көмөш  миҙал  өсөн  миллион  ярым  һәм  750 мең һумлыҡ  түләүҙәр ҡаралған.

Фото №1 - Радий  Хәбиров Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашты
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ