Республикала яңы уҡыу йылы ғәҙәти тәртиптә башланырға тейеш. Әммә төрлө хәлдәргә әҙер булырға кәрәк, тип белдерҙе бөгөн Радий Хәбиров. Республика Башлығы баш ҡалала үткән мәғариф буйынса август кәңәшмәһендә сығыш яһаны.
Башҡортостанда һәр бишенсе мәктәпкә ремонт кәрәк. Ил президенты 2026 йылға тиклем иҫке мәктәптәрҙе төҙөкләндереү бурысын ҡуйҙы. Беҙгә йыл һайын 50-70 мәктәпте тәртипкә килтерергә кәрәк”, тине Башҡортостан башлығы.
Август кәңәшмәһендә мәғариф өлкәһендә иң көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.
Бөгөн Радий Хәбиров бер төркөм педагогтарға дәүләт наградалары тапшырҙы. Август кәңәшмәһе алдынан республика мәктәптәренә “Газель” автобустары бирелде. 41 мәктәп яңы транспортлы булды.




