Республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды

“Балалар һәм йәштәрҙе мәғлүмәт дәүерендә тәрбиәләү һәм социаллаштереү”. Бөгөн мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе ошо темаға арналды. “Бөгөн мәғлүмәт күп. Тормошобоҙға һанлы технологиялар индерелде. Заманса уҡытыу алымдары хаҡында һөйләшәбеҙ. Әммә йәш быуынға тәрбиә биреү мәсьәләһен беренсе урынға ҡуйырға кәрәк”, - тип иҫәпләй Рәсәйҙең халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина. Ул мәғариф өлкәһендә 60 йылдан ашыу эшләй.  

Республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды

Лиза Әғәҙуллина химия уҡытыусыһы. Ул белем биргән балалар Рәсәй һәм республика олимпиадаларында һәм ярыштарҙа алдынғы урындар яулай, хеҙмәт юлында ла ҙур ҡаҙаныштарға ирешә.

Фото №1 - Республика  уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә  көнүҙәк  мәсьәләләр ҡаралды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ