Ауыл хужалығы иҫәпкә алына. Беренсе августан статистика кампанияһы бара. Быйыл анкетала һорауҙар ҙа аҙыраҡ. Ғәҙәттәгесә 18 урынына 10 ғына яуап әҙерләргә кәрәк. БЮТ каналы хәбәрселәре иҫәп алыусылар менән берлектә Баймаҡ районы ауылдары буйлап үтте.
Сыңғыҙҙан Рәшит менән Зөлфирә Буранбаевтар, һәр ауыл кешеһе кеүек үк, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтә, баҡса үҫтерә. Ауыл хужалығын иҫәпкә алыу кампанияһына улар яуаплы ҡарай, һорауҙарға дөрөҫ яуап ҡайтара.
Иҫәпкә алыусы Гөлназ Сәғәҙәтова Таулыҡай ауыл биләмәһенә беркетелгән. Әле бесән мәле, күптәре өйҙә юҡ. Шуға ла иҫәпкә алыусыға ҡайһы саҡта бер йортҡа бер нисә тапҡыр барырға тура килә.
Статистика сараһын башҡарып сығыу өсөн районда был эшкә 30 иҫәпкә алыусы йәлеп ителгән. Улар 14 меңдән ашыу ауыл хужалығы объекты, 11 ойошмаһы, 208 фермер хужалығы һәм бер баҡсасылыҡ ширҡәте тураһында мәғлүмәт тупларға тейеш. Әлегә шәхси хужалыҡтарҙың яртыһынан һорау алынған.
Юридик шәхестәр һәм фермерҙар анкета һорауҙарына Росстат системаһында онлайн рәүештә үҙ аллы яуап бирә. Иҫәпкә алыу кампанияһының яҡынса һөҙөмтәһе ноябрь аҙағында билдәле буласаҡ.
Әлфиә Хәмитова




