Файҙалы йәрминкә. Башҡортостан сауҙа-сәнәғәт палатаһы 15 сентябргә тиклем район үҙәктәрендә йәрминкәләр, балалар һәм йәштәр өсөн байрам ойоштора. Бүздәк районында ойошторолған сараларҙан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Көҙгө муллыҡ ишек шаҡығанда һәүәҫкәр умартасы Фәнил Йәнғуразов үҙе етештергән гәрәбә төҫөндәге балды һатыуға сығарған. Йүкә, ҡарабойҙай, сәскә балдары араһынан ул өҫтөнлөктө көнбағыш балына бирә.
Ҡошсолоҡ тармағында бүҙәнә үҫтереүҙә тәүәккәл һәм тырыштар ғына уңыш ҡаҙана ала. Хәлиуллиндар ғаиләһе был табышлы эшкә бер йыл элек тотонған. Хөкүмәттән грант алғандар. Ғаилә бизнесы менән шөғөлләнеүселәр диетик итте ыҫлап һатыуға сығара , файҙалы компоннеттарға бай йомортҡалар тәҡдим итә, бүҙәнә түшкәләрен ҡаптарға тултырып һата.
Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Илшат Ғәйнуллин йәрминкәгә килеүсе халыҡҡа килограмын 30 һумдан борщ тупланмаһы тәҡдим итә. Кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр,картуф һатылған нөктәнән халыҡ өҙөлмәй.
Бүздәктәр үҙ районы биләмәләрендә етештерелгән сифатлы аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә. Йәрминкәгә килгән халыҡ артыҡ ҡиммәт булмаған хаҡҡа үҙҙәренә ҡышҡылыҡҡа кәрәкле аҙыҡ тупланмаһы һатып алырға ашыға.
Йәрминкә майҙанында ковидҡа ҡаршы бушлай вакцина яһау күсмә пункты ла эшләне. Вакцина эшләтеүселәр араһында һикһәнде артылған өлкән быуын вәкилдәре лә бар.
Район халҡына шулай уҡ Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табиптары бушлай консультация үткәрҙе. Балалар өсөн айырым уйын зонаһы булдырылды. Ҡыҙҙар, малайҙар аниматор менән бергә ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашты. Йәрминкә майҙанында һаҡланыу саралары ла үтәлде.
Сауҙа-сәнәғәт палатаһы тарафынан ойошторолған йәрминкәлә халыҡҡа бушлай юридик консультациялар бирелде. Эш эҙләүселәргә анкета тултырыу мөмкинлеге лә булдырылды. Был анкеталар сауҙа-сәнәҙәт палатаһы белгестәре тарафынан эшкәртелеп, урындағы халыҡҡа эш урындары тәҡдим ителәсәк.
Гүзәл Борханова






