Был турала Башҡортостан башлығы Токиолағы Олимпиада еңеүселәре менән осрашыу барышында белдерҙе. Радий Хәбиров Аделина Заһиҙуллина менән Тимур Сафинды ҡабул итте.
Әңгәмәлә шулай уҡ тренерҙар һәм Башҡортостандың фехтование федерацияһы вәкилдәре ҡатнашты. Республика спортсыларының олимпиада һәм башҡа халыҡ-ара турнирҙарҙа ҙур уңыштарға өлгәшеүе фехтование үҙәген төҙөү мәьәләһен хәл итеү кәрәклеге тураһында һөйләй. Радий Хәбиров үҙәк буласаҡ тип вәғәҙәләне.
Башҡортостан башлығы указы буйынса Аделина Заһиҙуллина менән Тимур Сафин, шулай уҡ уларҙың тренерҙары Егор Попов һәм Лира Грушина аҡсалата түләүҙәр алды. 2011 йылда матди дәртләндереү күләме шаҡтай арттырылды. Олимпиадала алтын миҙал өсөн спортсы 2 миллион һәм көмөш миҙал өсөн миллион ярым һум премия ала.
Тренерҙарға был сумманың яртыһы түләнә. Башҡортостандың фехтование буйынса федерацияһы рәйесе Евгений Емельянов «Башҡортостан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены, Спортсылар һәм уларҙың тренерҙары «Салауат Юлаев» ордены менән бүләкләнде.




