Улар Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Белорет һәм Күгәрсен райондарында теркәлгән. Барлығы меңдән ашыу гектарҙа 13 тәбиғәт янғыны ғәмәлдә ҡала, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығынан. Хәйбулла районында ла ут менән көрәшеү дауам итә. Һуңғы яңылыҡтар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Таулы рельефтан янғын хеҙмәтенең КАМаз һәм Урал машиналары ла үтә алырлыҡ тугел. Шуға күрә янғын менән көрәште башлар алдынан байтаҡ ҡына йәйәүләп үтергә кәрәк. Утты ҡамап алыу өсөн ҡаҙылған бураҙналар хәҙер юл кеүек тә ҡулланыла.
Урман янғындарына бәйле хәл менән яҡындан танышыу маҡсатында Хәйбулла районына Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов килде. Етәкселәр ут менән көрәш юлдарын барланы, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр өсөн бүленгән биләмәләр билдәләнде.
Был ысул утты ауылға еткермәү өсөн ҡулланыла. Сөнки төнгө сәғәттәрҙә янғын 500-600 метр арауыҡты үтеп торлаҡ йорттарға етеүе лә ихтимал.
Түбәнге урман янғыны булганға күрә күп кенә ағастарҙың башы йәшел, ә тамыры торонбашҡа әйләнгән. Шуныһы ҡыуаныслы, утлы ғәрәсәт менән көрәшкә килеүсе ирекмәндәр ағымы кәмемәй. Уларҙың ҡайһы берҙәре ҡуртымға алынған ел өрҙөрткөс менән ҡоралланған.
Батырға ла ял кәрәк. Бүребайҙан күп балалы әсәләр командаһын ышаныслы тыл тип әйтергә лә була. Өйҙә балалар бер-береһен ҡарай, ирҙәре ирекмәндәре рәтендә, ә гүзәл заттар иртә таңдан алып ут менән көрәшеүселәр өсөн аш- һыу әҙерләй.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, әлеге көндә республикала 13 янғын ғәмәлдә. Барлығы меңдән ашыу гектар урман яна. Көн дауамында Әбйәлил, Бөрйән, Күгәрсен, Белорет һәм Баймаҡ райондарында тағы ла 5 урман янғыны осрағы теркәлгән.
Әлфинә Килдейәрова




