Сираттағы төркөм һуғыш осоро балаларына танытмалар тапшырылды

Документ уларға байтаҡ ташламалар менән файҙаланыу мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, шифаханаларға йөрөү, сиратһыҙ табипҡа эләгеү һәм башҡа социаль ташламалар. Республика башлығы һуғыш осоро балаларына түләүҙәр тураһында указға ла ҡул ҡуйҙы. Сумма ҙур түгел, әммә аҡса ла был осраҡта мөһим түгел, ти һуғыш балалары.

Йөҙ йәшкә етеп барған балалар. Һуғыш осоро балалары. Бөгөн улар ысынлап та сабый кеүек ҡыуанды. Бәләкәй генә бүләккә лә ихлас шатлана белгән быуын балалары бөгөн ни бары таныҡлыҡ алыуға ҡыуана. Сөнки был документты улар ғүмере буйы көткән.

Интервьюла ла Рәшит Шәрип улы тик танытма тураһында һүҙ йөрөттө. Был инде ташламаларҙың да, бигерәк тә мең һумлыҡ түләүҙәрҙең дә һуғыш балалары өсөн мөһим булмауына ишара. Иң мөһиме иғтибар. Сөнки ҡәһәрле һуғыштың барлыҡ михнәттәрен дә үҙ иңендә татыған оло йәштәгеләр быға тиклем күҙ уңынан ситтә ҡала килде.

«Һуғыш балалары» таныҡлығы 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған кешеләргә бирелә. Башҡортостанда һуғыш балаларының иҫәбе 189 меңдән ашыу, уларҙың 13 меңе бер ниндәй ташламалар менән дә файҙаланмай. Шуға күрә күптәргә мең һум да аҡса. Ә киләсәктә инде уның артыуы ла иңҡар ителмәй.

Фото №1 - Сираттағы төркөм һуғыш осоро балаларына танытмалар тапшырылды

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ