Быйыл Олимпия уйындарында яҡташтарыбыҙ Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин яулаған наградалар ҙур бүләк булды. Алда 16-сы Паралимпия уйындары, унда Башҡортостандан 14 спортсы сығыш яһай. Ил президенты Владимир Путин Башҡортостандың иң юғары кимәлдәге спорт сараларын уҙғарыу мөмкинлеген баһаланы. Был көндәрҙә Өфөлә үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса донъя беренселеге үтә. Киләһе йылда волейбол буйынса донъя беренселеген ҡабул итәбеҙ. Беҙҙең еңеүҙәр спорт үҫешенә ҙур этәргес бирә, тиелә Республика башлығы ҡотлауында. Рәсәйҙә йыл һайын августың икенсе шәмбеһендә Физкультурник көнө билдәләнә.






