Башҡортостанда бөгөн 8 урында урман янғыны менән көрәшәләр. Ут дөйөм алғанда 1 мең 233 гектарға таралған. Иң ҙур майҙаны - Хәйбулла районында, 700 гектар биләмәгә зыян килгән. Янғындарҙы һүндереүҙә 1 меңдән ашыу кеше ҡатнаша, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан.




