Мәскәү-Екатеринбург магистраленең Башҡортостан аша үтәсәк өлөшөн проектлау быйыл башлана

Был турала Республика башлығы Радий Хәбировтың "Автодор" компанияһы идаралығы рәйесе Вячеслав Петушенко менән осрашыуында белдерелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, "Автодор" ышаныслы партнер булып тора, бергәләшеп проектты ваҡытында ғәмәлгә ашырырға кәрәк. Мәскәү-Ҡазан-Екатеринбург трассаһын  2024 йылға төҙөп бөтөү бурысы ҡуйылды. Ул Башҡортостандың Борай, Балтас, Дүртөйлө һәм Тәтешле райондары аша үтә. Республика аша үткән өлөшө  140 километр була.

Фото №1 - Мәскәү-Екатеринбург магистраленең Башҡортостан аша үтәсәк өлөшөн проектлау быйыл башлана
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ