Уҙған 24 сәғәт эсендә 284 кеше йәнә коронавирус йоҡторған

Пандемия башланған көндән 52 меңдән ашыу кешелә хәүефле сир раҫланған. Стационар шарттарҙа әле 670 пациент дауалана. 60 кешенең хәле ауыр, уларҙың 8-е тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында. Ковид йәнә 9 кешенең ғүмерен ҡыйҙы. Үлем осраҡтары һаны 894-кә етте.

Башҡортостанға барлығы коронавирусҡа ҡаршы 1 миллион 188 мең 98 доза вакцина килтерелгән. Прививканың беренсе компонентын 1 миллион 52 мең 478 кеше эшләткән. Вакциналауҙы тулыһынса үтеүселәр һаны 839 мең 523. Һуңғы тәүлектә 28 мең 403 кеше вакцина эшләткән.

Фото №1 - Уҙған 24 сәғәт эсендә 284 кеше йәнә коронавирус йоҡторған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ