Байрам айҡанлы Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында пляж волейболы, мини-футбол, баскетбол, еңел атлетика һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар уҙҙы. Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы ла тәбрикләне.
Радий Хәбиров белдереүенсә, республикала йәшәгән һәр кешенең спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булырға тейеш. Был маҡсат әле эҙмә-эҙлекле рәүештә тормошҡа ашырыла. Өфөлә Гимнастика үҙәген төҙөү тамамлана, Көрәш һарайына нигеҙ һалына. Волейбол үҙәге планлаштырылған.
Башҡортостан башлығы матди-техник базаны нығытыу маҡсатында спорт мәктәптәренә ҡоролмалар һәм кәрәк-яраҡтар алыу өсөн аҡсалата сертификаттар ҙа тапшырҙы. Уларҙың суммаһы төрлө, 1-ҙән 50 миллион һумға тиклем.
Бынан тыш, алты район яңы микроавтобустар асҡысы алды. Дәүләт ярҙамы урындарҙа спортты үҫтереүгә булышлыҡ итер тип көтөлә. Башҡортостан башлығы еңеүселәр һәм призерҙар әҙерләгән физик культура һәм спорт хеҙмәткәрҙәренә юғары дәүләт наградаларын да тапшырҙы. Радий Хәбиров шулай уҡ Токиолағы Олимпия уйындарында еңеүгә өлгәшкән Башҡортостан спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренә һәм уларҙың тренерҙарына рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостан башлығы физик культура хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған сараларҙан һуң «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү барышы менән дә танышты. Әле бында йәмәғәт биләмәләрен реконструкциялау бара.
Төҙөүселәр күлдәге һыу кимәлен тергеҙгән, биләмәне йәшелләндергән. Күлдең ярында кәмәләр ҡуйыу урындары, балыҡ тотоу майҙаны әҙерләнә. Шулай уҡ ярҙа ҡомло пляж барлыҡҡа килсәсәк, ә һыу уртаһында музыка фонтаны ҡуйыласаҡ.
Хәбәр итеүебеҙсә, Радий Хәбиров парктағы төп эштәрҙе 11 октябргә тиклем тамамларға ҡушҡайны. Әле төҙөкләндереү графикка ярашлы бара. Ял зонаһынан тыш биләмәлә спорт ҡоролмалары, уйын, күңел асыу обьекттары урын аласаҡ. Башҡортостан башлығы парктың янындағы майҙандарҙы ла тәртипкә килтереү бурысын ҡуйҙы.
Рәмзиә Кәримова





