Өфөлә милли эсемлек бешеүселәрҙең 15-се республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Төбәктең ауыл хужалығы министрлығы ойошторған сарала быйыл ун ете хужалыҡ продукцияһы баһаланды. Йылҡысылыҡты, халыҡ кәсептәрен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саранан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Урманлы төбәктә етештерелгән милли эсемлекте тәмләп ҡарарға сират барлыҡҡа килде. Флүзә менән Рәүеф Мәғәфүровтар ғаиләһе ун биш йыл элек йылҡы малы аҫрай башлаған. Тәүге осорҙа ҡымыҙҙы үҙҙәре өсөн генә бешәләр, һуңынан күләмен арттырып, һатыуға сығаралар. Әле йүнселдәрҙең ҡураһында утыҙ бейә, көнөнә кәмендә туҡһан литр һөт һауыла.

Шифалы эсемлек бешеүселәрҙең 15-cе республика конкурсы ун ете райондың иң алдынғы хужалығын бер майҙанда тупланы. Башҡортостан ҡымыҙ етештереү буйынса Рәсәй кимәлендә тәүге урында. Былтыр дүрт мең тоннаға яҡын шифалы эсемлек һатыуға сығарыла. Ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, быйыл да йүнселдәр производство күләмен һаҡлап ҡалырға тырыша.

Ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ике этапта үтте. Башта ҡатнашыусыларҙың теорик белеме тикшерелде. Артабан жюри ағзалары һәр хужалыҡтың продукция өлгөләре менән танышты. Эсемлектең төҫө, ҡуйылығы, тәме, еҫе, ғөмүмән, составы һәм етештереү сифатына төп иғтибар йүнәлтелде. Шулай уҡ өҫтәлдең биҙәлеше, документтар теүәллегенә лә өҫтәмә балдар ҡуйылды.

Жюри ағзаларынан тыш, республиканың иң яҡшы ҡымыҙын өфөләр ҙә билдәләй алды. Һәр кемгә ошондай талон таратылды. Уны эшҡыуарға тапшырырға мөмкин ине.

Һөҙөмтәлә «Халыҡ һөйөүе» номинацияһында Дәүләкәндең «Толпар» хужалығында етештерелгән ҡымыҙға етеүсе булманы. Сания Ниғмәтуллина милли эсемлек бешеүселәр конкурсында тәүгә генә ҡатнашмай, биш йыл элек еңеүсе тип тә билдәләнгән. Уңыш сере ябай.

Башҡортостандың иң яҡшы ҡымыҙы иһә Әбйәлилдә етештерелә. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса «Ҡаҙмаш» хужалығы продукцияһы беренсе урынға лайыҡ булды. Айтуған Фәттәхов 2017 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, тыуған яғына ата-әсәһенең эшен дауам итергә ҡайта.

Былтыр Айтуған Фәттәхов «Агростартап» программаһы буйынса өс миллион һумлыҡ грант отҡан. Был аҡсаны ул Асҡар ауылында ит продукцияһын эшкәртеү производствоһы төҙөлөшөнә йүнәлтә. Шулай уҡ егет Әбйәлилдә агротуризмды үҫтереү маҡсаты менән дә яна.

Фото №1 - Өфөлә милли эсемлек бешеүселәрҙең 15-се республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ